Am
1) Бәхет асҡыстары таптыңмы?
Dm
Әллә ожмах ҡошо тоттоңмо?
G C
Йә булмаһа, әкиәт егете
F E
Юлдарыңа үҙе сыҡтымы?
2) Тәгәрәһен ғүмер йомғағың,
Үтелһендәр айҙар, йылдарың.
Һөйөү батша булған ерҙәргә
Алып барһын һине юлдарың.
Ҡушымта:
Am
Йондоҙҙар күп, бик күп һанаһаң,
Dm G
Матурҙар күп, бик күп һайлаһаң,
Em F
Һинең гүзәллеккә күҙ тейәр,
Em Am
Йөҙҙәреңә тултырып ҡараһам.
3) Юлдаш булһын һиңә именлек!
Йәнәшәңдән барһын изгелек!
Йөҙҙәреңә сыҡҡан бәхетең
Була күрһен берүк мәңгелек!