Am F
1) Тоноҡ төҫтәге был донъя ситлеккә һине бикләп ҡуя.
C G
Башыңда уйҙар бутала, ҡараштар үткер булһа ла.
Am F
Тура юлдан ситкә баҫырға, үҙ-үҙеңде юҡҡа сығарырға,
C G
Ялғанлыҡ, нәфрәт, хыянат булырҙар һиңә пар ҡанат
Ҡушымта:
F G
Был тормоштоң мәғәнәһен юғалтһаң да,
F G
Бәхет теге донъяла, тиеп уйлаһаң да,
Am F
Һин ашыҡма, ас күҙеңде,
C G
Төкөр битенә шул үлемдең.
Am F
Бар бит башың, уй-хыялың
C G
Ни эшләп тапмаҫҡа башҡа юлдарын?
2) Юҡ-барға башыңды эймә – көслө булырға кәрәк һиңә.
Ғазаптар артта ҡалһындар, хәтер утында янһындар.
Көтәләр һине яҡты көндәр – бөтәһе лә быны ишетһендәр.
Ҡурҡмай яһа аҙымыңды алға, тура баҫып барған юлға