Em C
1) Бер йән инек, бергә көлгән инек,
G D
Хәҙер инде бына беҙ - ике...
Беҙ икебеҙ инде - ике яҙмыш,
Тик үткәндәр, бел һин, минеке!
Минеке - был уйҙар, ай-йондоҙҙар,
Минеке был моңһоу тоноҡ һыу,
Минеке - был таныш яҡты һағыш,
Минеке - был ярһыу, болоҡһоу...
Ҡушымта:
Фәниә, Фәниә...
2)Үкенмәйем һине осратҡанға,
Булмағандан яҡшы - булғаны:
Һин минеке булып тыумаһаң да,
Һин минеке иттең донъяны!