C Em
1) Ҡулдарыңды йәйәһең, бикләнеп офоҡтарҙа,
Am G
Ҡарай алмай үткән юлдарыңа.
C Em
Йәшен булып осалар ярылған хаталарың
Am G
Тәрән моңһоулоҡтоң ҡосағына.
Ҡушымта:
C Em
Тирә-яҡ бушағанда, уйҙарың буталғанда,
F G
Күңелең һинең ҡайҙарҙан нур алыр.
C Em
Тормошоң утрауында һин яңғыҙың ҡалғанда,
F G
Бәхетең шишмәһе ҡайҙа ағылыр
2) Күктән иҫкән елдәрҙең тейәме бер тамсыһы
Йәнеңдең иреклек елкәненә.
Етәкләп ҡулдарыңдан баласағың еләме
Сихри һәм билдәһеҙ киләсәгенә.