Төштәреңә керермен - Бүреләр



Проигрыш/вступление:
G D C Em D 

G                                              Em 
1) Йырҙарымды бағышлайым, һүрәттәреңде эшләйем,
C                                                D
Яҡты тормошто теләйем, тик һин быларҙы белмәйһең.
Йәшәйһең һин хыялдарҙа белмәйсә минең барымды 
Теләһәң теләмәһәң дә башлайым мин был уйынды

Ҡушымта:
Донъяңды онотторам,
Хистәреңде болғандырам,
Уттар һалам йөрәгеңә,
Керәм һинең төштәреңә.

2) SMSтарҙы ташлайым бер-бер артлы һандарыңа,
Тулҡын булып та һуғылам һинең текә ярҙарыңа.
Тик һин ҡайҙалыр ашығаһың, һынап минең түҙемлекте,
Ләкин беләм күптә үтмәй булырһың һин тик минеке.

 

3) Һорамайса ваҡыт үтер, аңларһың һин барыһын да,
Шул ваҡытта тыныслыҡты табырһың тик яндарымда.

 

Тональность


Google Analytics