D A Hm
1) Әкиәт донъяһын бер ваҡыт үтеп сығыр булһаң,
Hm G
Балалар күҙлегенән донъяға ҡара.
Хыялың утрауында яңғыҙың ғына тороп ҡалһаң,
Алдағы тормошоңдо елдәрҙән һора.
Ҡушымта:
D A Hm G
Йөрәгеңдәге боҙҙарҙы иретерҙәр минең ҡулдар.
Хыялыңдағы илдәргә яҡынайыр һинең юлдар.
Күҙҙәреңде һин йәшермә, ышанма ялған һүҙҙәргә.
Үҙ яҙмышыңдың хужаһы булырға тейешһең һин генә.
2) Атлайһың туҡтамай, белмәйсә барған юлдарыңды,
Ҡанлы эҙҙәреңде ерҙә ҡалдырып.
Түҙемлек сынйырҙары бығаулай һинең ҡулдарыңды,
Ирекле йөрәгеңә һағыш һалдырып.