(Оригиналь тональность +3)
Em D Em
1) Аҡты ярһып, аҡты ташып ҡар һыуҙары,
G Am D H7
Шулдыр инде яҙҙың шашып ярһыуҙары.
Em D C
Аҡты беҙҙең ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр,
Am G C H7
Аҡты илап икәү бергә һалған эҙҙәр…
Ҡушымта:
E Em Am
Һин – ғүмер ағыштарым,
Am D7 G E7
Һин – минең һағыштарым,
Am D7 G Em
Һин – минең шатлыҡ илем,
Am F#7 H7
Юғалтыу, табыштарым;
Em D Em
Һин - ғүмер ағыштарым.
2) Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға,
Айҙар, йылдар аҡҡан һыуҙар кеүек аға,
Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да, йылдарҙың да,
Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала.
3) Бына инде ҡырҙар гөрләп сәскә ата,
Йәйге нурҙар уйнай гөлдәр араһында,
Аға һыуҙар, айҙар аға, йылдар аға,
Һине күрәм айҙар, йылдар ҡарашында.