Am C
1) Йөрәктәр ҡушылды, ә юлдар айрылды
Em G
Уртаға ярылды, тормоштар.
F G C Am
Яртышар-яртышар ҡалдыҡ беҙ – нишләрбеҙ
Dm E Am
Яҙмыштан булмаһа уҙмыштар?
2) Һөйгәнем - яттарҙа.
Моңһоу таң атҡанда өҙөлә йәндәрем, өҙөлә.
Хәсрәтем юғала, шатлығым юғала
Бер генә ҡараһам йөҙөңә.
3) Дөм ҡара төндәрҙә, йондоҙҙар һүнгәндә
Йөрәкте саҡмалай сағырмын.
Менермен үрҙәргә, төшөрмөн гүрҙәргә -
Яҙмыштан уҙмыштар табырбыҙ.