(оригиналь тональность +1)
G D G
1) Күңелдәргә һөйөү килгәс,
G D Em
Йәшәрһең тип яҙҙар һайын,
C D
Бергә йөрөгән тау битенә
C D
Ултырттыҡ беҙ зифа ҡайын.
Килде ҡыштар елдәр алып.
Ә мин янып һөйә инем.
Ошо ҡайын төбөндә һин:
«Мин башҡаны һөйәм», – тинең.
Ҡушымта:
G D Em Hm
Аҡ ҡайын, һин йәшә, ҡарама һин беҙгә.
C D
Йөрәгең саф һинең. Бирешмә һин көҙгә!
Аҡ ҡайын, йәш ҡайын һин үлмә, йәшә һин.
Һинең саф һөйөүең һәр яҙҙа йәшәрһен.
2) Һөйәм тинең һин башҡаны,
Шаулап ҡуйҙы зифа ҡайын.
Иҫәнме, тип мин яңғыҙым,
Киләм һиңә һәр көн һайын.
Күрҙем бөгөн япраҡтарын
Ҡойолалар беҙҙең өҫкә
Ниңә әле, ник һарғая?
Иртә әле һалҡын көҙгә.
Ҡушымта.
3) Үлә ҡайын, үлә зифа ҡайын,
Рәнйеп китә инде беҙгә.
Онотма тип һөйөүеңде,
Ҡарай кеүек минең күҙгә.
Килер яҙҙар тау битенә,
Биҙәлер ул һәр яҙ һайын.
Тик һин генә йәшәрмәҫһең,
Кисер беҙҙе, кисер ҡайын.
Ҡушымта:
Аҡ ҡайын,йәш ҡайын,ник беҙҙән китәһең?
Ник мине ғүмергә,һин яңғыҙ итәһең?
Аҡ ҡайын рәнйемә, кисер һин ҡайынын,
Беҙ һөйә белмәнек,беҙ бөгөн айырым.