Em D C D
1. Был йырымда миңә күптән йөрәкте әрнеткән
Нәмә тураһында һөйләргә ваҡыт еткән
Башҡортостан радиоһы һәм ТВ-һынан ишеткән
Йырҙар көнөн-төнөн беҙҙең мейеләрҙе сереткән
Күпме тыңлама, бөтә йырҙар ҙа клон
Бер үк һүҙҙәр, бер үк көйҙәр, юҡ тик моң
"Атай", "Әсәй", "Тыуған көн", "Ауылым"
Был изге һүҙҙәрҙе ҡат-ҡат сәйнәүҙән ялҡтым
Припев:
Em D C D
Ҡайҙа һин, бөйөк композитор?
Ҡайҙа һин, шағир яҙыусы?
Ҡайҙа һин, яуыз инквизитор?
Бөтә ялған ижадсыларҙы яндырыусы.
Hm Am Gm Am
2. Һәр икенсе йыр - "Мөхәббәт", "Мөхәббәт", "Мөхәббәт"
Ләкин күңелдәрҙә уяна тик нәфрәт
Сәхнәлә харизматичный, татлы малай
Ә динамиктарҙа фанер яңғырай
Мин аңлайым, был барыһы маркетинг
Тыуған көндәр, туйҙар, корпоратив һәм рейтинг
Йырсылар кәмей, күбәйә тамадалар
Башҡорт эстрадаһын арзанға һаталар
Припев:
Em D C D
Ҡайҙа һин, бөйөк композитор?
Ҡайҙа һин, шағир яҙыусы?
Ҡайҙа һин, яуыз инквизитор?
Бөтә ялған ижадсыларҙы яндырыусы.