Әсәйемә - Туйсин Радмир


Am Dm
Биргәнһең һин миңә ал нурын таңдарҙың,

Dm Am
Йыйғанһың һин миңә бар гөлөн даланың.

Am Dm
Биргәнһең ҡанаттар талпыныр сағымда,

Dm Am
Балалыҡ рәхмәтем йырымда сағыла.
 

Am G Am
Ҡәҙерләп үҫтергән мин һинең емешең.

Am G Am
Ҡуйының Гөл баҡса, наҙлы ел һулышың.

Am Dm Am
Инде буй етһәм дә, мин һиңә сабыймын.

Am Am
Күңелең наҙҙарын күҙеңдән таныймын.

Быларға бәрәбәр ни генә бирәйем,
Берҙән бер бүләгем тоғоро йөрәгем
Итә күр ҡәнәғәт, риза бул ошоға,
Үҙеңә аталған йырыңды ҡушып ал.

Ҡәҙерләп үҫтергән мин һинең емешең.
Ҡуйының Гөл баҡса, наҙлы ел һулышың.
Инде буй етһәм дә, мин һиңә сабыймын.
Күңелең наҙҙарын күҙеңдән таныймын.

Бурыслы һиңә мин, әсәйем -алтыным,
Һиңә тип эҙләнем донъяның аҫылын.
Ай менән Ҡояшты бирергә уйланым.
Үрелеп алырға етмәне буйғынам.

Ҡәҙерләп үҫтергән мин һинең емешең.
Ҡуйының Гөлбаҡса, наҙлы ел һулышың.
Инде буй етһәм дә мин һиңә сабыймын,
Күңелең наҙҙарын күҙеңдән таныймын.

Тональность


Google Analytics