Мине һайла - Лира Ян


Һине осраттым да, йәнем,
Әйләнеп тә китте башым.
Һинең уйҙарың белмәгәс,
Бөтөп китте сабыр - ташым.
Һүндермә инде дәртемде,
Әйтсе, аҙаҡҡы һүҙеңде.
Көтә алмайым башҡа бер көн,
Икәүҙән һайла һин берҙе.

Ҡушымта:
Был йөрөүҙәрең тейҙе йәнгә!
Ла-ла-ла-ла,
Йә мине, һин, йә уны һайла,
Ла-ла-ла-ла,
Йә мине, һин, йә уны һайла.
Ла-ла-ла-ла,
Булыр, һине һөйәм, тигәндәр,
Ла-ла-ла-ла,
Мине һайла! Юҡ, мине һайла!

Ике йөрәк араһында,
Кем һуң яҡыныраҡ һиңә?
Алдайым, тип уйлама ла,
Аныҡ яуап кәрәк миңә.
Һөйөүем уйынлы түгел,
Йөрәгемде үртәмә һин.
Башҡайымды бутама әле,
Ғазаплама, яндырма һин.

Тональность


Google Analytics