Нурға мансылып, тама тамсылар,
Хәтерләтеп күҙ йәштереңде.
Һөйөу килерен көтәм тилереп,
Ас, ҡәҙерлем, ас күҙҙәреңде.
Ҡушымта:
Иртән дә, кисен һине бойһонам,
Күҙ алдарымда зифа буй һының.
Йәрем, йәнкәйем, тормош терәгем,
Моңға тулышып тибә йөрәгем, тибә йөрәгем.
Төнгө һалҡында усаҡ алдында,
Һағыныуҙан һине ут йотам.
Янған усағым, әллә ҡосағың,
Күңелемде яңғыҙ йылытам.
Ҡушымта:
Иртән дә, кисен һине бойһонам,
Күҙ алдарымда зифа буй һының.
Йәрем, йәнкәйем, тормош терәгем,
Моңға тулышып тибә йөрәгем, тибә йөрәгем.
Серле ҡарашың һөйөүҙән шашып,
Күҙҙәремә минең төйөлә.
Еләҫ иртәләр һине иркәләп,
Иренеңдән наҙлап үбәләр.
Ҡушымта:
Иртән дә, кисен һине бойһонам,
Күҙ алдарымда зифа буй һының.
Йәрем, йәнкәйем, тормош терәгем,
Моңға тулышып тибә йөрәгем, тибә йөрәгем.