Мин һине яратам - Юльякшин Радик


Ғашиҡ булдым һиңә, ҡараңғы төнөндә,
Йондоҙҙай балҡый инең.
Һине генә йөрәк, көнөн-төнөн уйлай,
Бер минутта һинһеҙ түҙмәй.
Һине мин яратам, һине генә һөйәм,
Башҡа бер кемдә кәрәкмәй.
тип әйткән һүҙҙәргә ышанырға тырыш,
Һине генә яратам.


Ҡушымта:
Мин һине яратам, һине генә һөйәм
Һинән башка бер кем, кәрәкмәй был донъяла миңә
Һине һөйәм, мин һине яратам
Ышан иркәм инде, һиңә генә мин ашҡынам.


Күмерләнгән йөрәк, осҡондарҙы һорай,
Уға һин генә кәрәк.
Талпына куңелем, өмөтһөҙ төштәрем,
Тынғы бирмәй төндәрем.
Һине мин яратам, һине генә һөйәм,
Һөйөү утында янам.
Ҡасан ғына ҡасан, беҙ булырбыҙ бергә,
Һинһеҙ мин йәшәй алмам.


Ҡушымта:
Мин һине яратам, һине генә һөйәм
Һинән башҡа бер кем, кәрәкмәй был донъяла миңә
Һине һөйәм мин һине яратам
Ышан иркәм инде, һиңә генә мин ашҡынам!

Тональность


Google Analytics