Хәҙер инде һин минең менән,
Урамдарҙан йөрөмәйһең.
Хәҙер инде һин мине башҡа,
Өҙөлөп һөймәйһең.
Иҙге хистәремдән көләһең,
Яндарыма ла килмәйһең.
Яратҡанымды бит беләһең,
Яуаптар бирмәйһең.
Ҡушымта:
Әйҙә янһындар һиңә тип яҙған,
Йәштәрем тамған һинең һуңғы хаттар.
Ҡайтарып та булмай мәңгегә юғалған,
Бергә үткәргән бәхетле минуттар.
Бәхетле минуттар.
(2 тапҡыр).
Һине оноторға тырышып,
Китәм мин сит яҡтарға.
Булмаҫ инде беҙгә ҡауышып,
Һөйөүҙе һаҡларға.
Ҡушымта:
Әйҙә янһырдар һиңә тип яҙған,
Йәштәрем тамған һинең һуңғы хаттар.
Ҡайтарып та булмай мәңгегә юғалған,
Бергә үткәргән бәхетле минуттар.
Бәхетле минуттар.
(2 тапҡыр).
Әйҙә янһын һуңғы хаттар,
Һиңә барып етмәҫ улар,
Һиңә барып етмәҫ улар,
Күҙ йәштәре тамған хаттар.
Ҡушымта:
Әйҙә янһырдар һиңә тип яҙған,
Йәштәрем тамған бәхетле минуттар.
Ҡайтарып та булмай мәңгегә юғалған,
Бәхетле минуттар.
Бәхетле минуттар.
(2 тапҡыр).