Ул һине ташланы - Гиззатуллин Рустам


Ни өсөн бөгөн һин,
урамда бер үҙең.
Ҡайҙа булды элеке,
саф-асыҡ көлөүең.
Ҡайтып бараһың өйөңә,
бер яңғыҙ ҡош һымаҡ.
Бәхетле көндәрең
ҡалдылар инде бик йыраҡ.
Ул һине ташланы,
ул һине яратмай.
Хәҙерге минутта,
ул кемделер ҡосаҡлай.
Онотҡандыр икегеҙҙең,
гел бергә булыуын.
Ҡабат, ҡабат иҫкә алдың,
уның тәүге ҡул һуҙыуын.

Ҡушымта:
Ул һине ташланы,
ташланы, ташланы.
Ул һине яратмай,
яратмай, яратмай.
Ул һине ташланы,
Ул һине яратмай.

Көн һайын сәскәләр тотоп,
өйөңә килә ине.
Ғүмер буйы мөхәббәтем
булып ҡалырһың тине.
Бындай яғымлы һүҙҙәргә,
һин ҡаршы торалманың.
Һәм уға ышанып,
тәү ҡабат ҡосаҡланың.
Ҡосаҡланы һәм һөйҙө,
шулай көндәр үттеләр.
Һалҡын төндә йондоҙҙар,
күк йөҙөн үттелләр.
Көнләштеләр дуҫтарың,
ләкин һиңә бары бер.
Шулай итеп яйлап ҡына
уҙа торҙо был ғүмер.

Аллаға табынғандай,
һин уға табындың.
Яратыу һүҙҙәрен һәм һөйөүен
уның һағындың,
Оноторға ла тырыштың,
былар бушҡа булдылар.
Һалҡын мөхәббәт ҡылдары,
алып килде ел дауылдар.
Ҡараңғы урамда,
һин тағы эҙләнең.
Тәүге ҡараш йылыһын,
эҙләнең эҙҙәрен.
Ләкин был ваҡытта,
ул инде йыраҡта.
Ул һине ташлаған,
башҡаны ярата.
Йөрөмә яңғыҙың,
тылсымға ышанып.
Кисәге дуҫтарың,
бөгөнгө дошманың.
Өҙҙөләр күңелеңдең,
иң иҙге теләктәрен.
Йәштәреңә йеүешләнде
ҡара толомло сәстәрең.

Ҡушымта:
Ул һине ташланы,
ташланы, ташланы.
Ул һине яратмай,
яратмай, яратмай.
Ул һине ташланы,
Ул һине яратмай.

Ул һине ташланы,
ул һине яратмай.
Хәҙерге минутта,
ул кемделер ҡосаҡлай.
Онотҡандыр икегеҙҙең,
гел бергә булыуын.
Ҡабат, ҡабат иҫкә алдың,
уның тәүге ҡул һуҙыуын.
(2 тапҡыр).
Ул һине ташланы.

Тональность


Google Analytics