Уҙеңдең яҙмышыңдан ҡасып ҡотола алмаҫһың,
Ана күпме тырыштылар, ҡара hынмаhын ҡанатың.
Шуның өсөн ғүмереңдең гел ҡәҙерен белеп йәшә,
Күктәге дуҫтарың hинең өсөн урын белешә.
Нисә йылдар аҡыл hатып алға ынтылма тинеләр,
Тыңла оло кеше hүҙен, булма hин hәр ваҡыт йүләр.
Хәтәр эштәр әйләндереп кемде бөгөн шаҡ ҡатырҙың,
Кисә төнөн ташлап китте, hине буласаҡ ҡатының.
Ә бөгөнгө көндә hиңә бөтә донъя ҡара-ҡаршы,
Үлер алдынан бар гонаhтарыңды йыуырға ашыҡ.
Аңламаған бәндәләргә аңлатырға ла тырышма,
Әйҙә шулай йәшәhендәр, тар уйҙарыңа hыйышмай.
Әгәр дөрөҫ итеп йәшәп, көн күрергә ҡулыңдан килеп,
Теләгән әйбереңде теләгән кешеңә биреп,
Ғүмер буйы рәхмәт hүҙен ишетеп йәшәгең килhә,
Ашыҡма, ашыҡма!
Ҡушымта:
Ашыҡма, ашыҡма,
был донъяларҙан китергә hин ашыҡма!
Ашыҡма, ашыҡма,
был донъяларҙан китергә hин ашыҡма!
Кемгә икәнен дә белмәй уҡынаhың-суҡынаhың,
Төпhөҙ күктең көмбәҙенән нимә көтөп ултыраhың.
Кәрәк булhа, ҡара ҡоштар төшөп хәбәр еткерерҙәр,
Ә беҙ шуға ышанабыҙ, ха-ха, иҫәрҙәр.
Мөхәббәтhеҙ ҡалдырҙылар, ә мин кире эҙләп таптым,
Һорамайса алға баҫһам, уйымдан хурлыҡҡа баттым.
Сабыр итhәм берәй заман шундай көндәр килеп етер,
Минең йәнем урамында өс-дүрт кеше байрам итер.
Ҡушымта:
Ашыҡма, ашыҡма,
был донъяларҙан китергә hин ашыҡма!
Ашыҡма, ашыҡма,
был донъяларҙан китергә hин ашыҡма!
Ҡушымта:
Ашыҡма, ашыҡма,
был донъяларҙан китергә hин ашыҡма!
Ашыҡма, ашыҡма,
был донъяларҙан китергә hин ашыҡма!
Ашыҡма!