Ситлектә йәшәп булмай - Гиззатуллин Рустам


Ситлеккә бикләп ҡуйып, hиңә йырларға ҡуштылар,
Онот инде дуҫтарыңды, ике ҡанатлы.
Һәр бер hинең уйҙарыңа,
Хәҙер ҙур хужалар бар.
Ҡаршы hүҙ өндәшеп ҡуйма,
Улар гел хаҡлы хоҡуҡ.
Байрам итә таныштарың,
Ирекле булыу рәхәт.
Ҡанаттарың ҡайырылhа, hине иҫкә алып,
Йырҙарыңды йырлашалар, исмаhам шуға рәхмәт,
Тапамағас эштәреңде ҡара ергә hалып.

Ҡушымта:
Ситлектә йәшәп булмай,
Ситлектә йырлап булмай.
Ситлектә бейеп булмай,
Сығарығыҙ мине ситлектән.
(2 тапҡыр).

Нисә йылдар hине әрләп, артҡы рәткә теҙҙеләр,
Уйлаған уйҙарыңды ҡурҡып әйтә алманың.
«Ерҙе туңәрәк» тигәс эстәрен тотоп көлдөләр,
Шулай итеп бөгөнгө көндә бер үҙең ҡалдың.
Елдәр иҫә төнъяҡтарҙан, күңелемде әрнетеп,
Ләкин минең йөрәгемә үтеп инә алмай.
Ирешеп булмай дөрөҫлөккә кешеләрҙе кәмhетеп,
Уткәндәрҙе бер ҡасан кире ҡайтарып булмай.

Ҡушымта:
Ситлектә йәшәп булмай,
Ситлектә йырлап булмай.
Ситлектә бейеп булмай,
Сығарығыҙ мине ситлектән.
(2 тапҡыр).

Әннә-гиҙер-генәйем!

Ҡушымта:
Ситлектә йәшәп булмай,
Ситлектә йырлап булмай.
Ситлектә бейеп булмай,
Сығарығыҙ мине ситлектән.
(2 тапҡыр).

Әннә-гиҙер-генәйем!

Ҡушымта:
Ситлектә йәшәп булмай,
Ситлектә йырлап булмай.
Ситлектә бейеп булмай,
Сығарығыҙ мине ситлектән.
(2 тапҡыр).

Тональность


Google Analytics