Ҡоштар ҡайта, ә беҙҙең егеттәр,
Таңға тиклем, гармундарҙа уйнай.
Һәр-береhе, ҡыҙын ҡосаҡлаған,
Күңелдәре илай-илай йырлай.
(2 тапҡыр)
Тағын ҡоштар ҡайта, тағын ҡоштар китә,
Кемдер был ваҡытта йыраҡта хеҙмәт итә.
Тыуған яҡҡа хаттар яҙып, эҫе көндәр үтә-үтә,
Ҡош телендәй сәләмде улынан, әсәhе көтә.
Бында иртәгә нимә булырын, хатта шайтан белмәй,
Ә hеҙҙең хәбәрҙәрегеҙ күптән унда барып етмәй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы беҙҙән үлем рөхсәт hорап тормай,
Егеттәрҙең күңелдәре кисен hағынып-hағынып йырлай.
Ҡушымта:
Һау бул әсәйем,
Миңә юлға иртән.
Сит яҡтарҙа нисек,
Йәшәрмен икән.
Ҡайта алмаhам
Бер үк ғәфу ит,
Минең бында ғәйебем юҡ бит...
(2 тапҡыр).
Уйламағыҙ был йәштәрҙе бер нимә аңламай тейеп,
Намыҫтарын hаҡлай улар бысраҡ йәшел кейем кейеп.
Төндәр еткәс ҡурғаш ямғыр яуа арымай-туҡтамай,
Тыныс таңдар атыуына хәҙер инде бер кем ышанмай.
Көтә hине әсәйең, көтә hине яратҡан кыҙың,
Урамдарҙан ҡайтырмын тиеп гармундар тартып уҙҙың.
Нисек кенә дуҫҡай ҡыйын булhа ла, түҙергә кәрәк,
Ә бына шундай йырҙарҙы беҙгә йырларға иртәрәк.
Ҡушымта:
Һау бул әсәйем,
Миңә юлға иртән.
Сит яҡтарҙа нисек,
Йәшәрмен икән.
Ҡайта алмаhам
Бер үк ғәфу ит,
Минең бында ғәйебем юҡ бит...
(2 тапҡыр).
Ҡушымта:
(2 тапҡыр).
Ҡайта алмаhам
Берүк ғәфү ит,
Минең бында ғәйебем юҡ бит.