Уйҙарым - Мс Баш


Ай батып ҡояш ҡалҡҡанда, яланда елдәр иҫкәндә,
Сәскәләр тирбәлә икән, таждарын асып уҫкәндә.
Мин тын алам - кукрәгемде киреп
Рәхмәт hиңә Аллам-беҙгә ғүмер биреп!
Бүләк иткәненә Ер, унан Донъя гиҙеп,
Таратҡанhың Иман беҙгә, ә хәҙер бына килеп
Кешелек hине онотто, үҙ ҡоралына ышанып,
Бер-береhен үлтерә-ас бүреләй шашынып.
Тулы имгәнес булып йәрәхәтләнгән тәндәр,
Киләсәккә ышаныс юғалтҡан бахыр бәндәләр.
Власты ҡулдарына алып шашынған түрәләр,
Быны был hәм теге Донъянанда күрәләр.
Әллә инде Ер шары кирегә әйләнә,
Бөтә нәмә килеп-байлыҡҡа бәйләнә.
Уйлаған уйҙарым минең - башымда тарҡала,
Былай дауам итhә иртәгә беҙҙән нимә ҡала?

Наркотик-араҡы - «бәхет сығанағы»-
Тиеп уйлай кешелектең икенсе яртыhы.
Йөрәктән тамырҙарына йүгергән шыйыҡлыҡ,
Күптән Инде ҡан түгел hәм беҙгә был аныҡ.
Аңлашыла ярҙам ҡулы hуҙырға кәрәклеге,
Ҡаҡшамағандыр әле моғайын милләт берлеге.
Беҙҙең телебеҙҙә, еребеҙҙә уртаҡ,
Бер hауа hулайбыҙ, ә ниндәйҙер «Ҡомаҡ».
Быға килеп ҡаршы төшhә-араларҙы бутап,
Шуны Әйтер инем уға яғымлап-матурлап:
«Ҡушыл әйҙә хәрәкәткә, беҙҙең сафта атлап,
Ҡыл тик изгелектәр генә, өҫтән Алла тора ҡарап»!
Халыҡ әйтhә хаҡ әйтә: «Ил төкөрhә - ҡул була»,
Тик сабырлыҡ ҡына кәрәк - алтын бөртөкләп йыйыла!
Атыр әле яҡты таңдар, hандуғас моңона-
Сәскәләр таждарын аса шатлана-ҡыуана!!!

Тональность


Google Analytics