Пар алма - Галимов Айдар


Алдарыма килеп теҙләндең һин,
Ҡулдарыңда ине пар алма.
Төштәремә кереп һәр көн шулай
Таң атыуға китеп юғалма.

Өзөлөптә төштө пар алмаҡай
Йәтимләнеп ҡалды алмағас.
Өзөлә бит инде үзәккәем,
Яңғыҙлыҡтан дауа булмагас.

Пар алмалай, пар алмалай инек,
Үҙ күҙҙәрем тейҙе, күрәһең.
Пар алмалай бигерәк татлы булып,
Төштәремә минең керәһең.

Өзөлөптә төштө пар алмаҡай
Йәтимләнеп ҡалды алмағас.
Өзөлә бит инде үзәккәем,
Яңғыҙлыҡтан дауа булмагас.

Ямғыр яуыр бары һалҡын көҙләр
Бар төҫләрҙе ергә тигеҙләп.
Төштәремдә күргән пар алманы
Баҡсаларҙа йөрөйөм мин эҙләп

Өзөлөптә төштө пар алмаҡай
Йәтимләнеп ҡалды алмағас.
Өзөлә бит инде үзәккәем,
Яңғыҙлыҡтан дауа булмагас.

Тональность


Google Analytics