Өй ҡаршындағы миләштәр,
Аңлағандай теләкте,
Саҡыралар бушатырға
Һағыш тулы йөрәкте.
Миләштәрем, миләштәрем,
Һеҙ минең серҙәштәрем.
Йөрәктәге һағыштарҙан
Түгелә күҙ йәштәрем.
Ауыр булған минутларҙа
Киләм һорап кәңәштәр:
Әйтегесе, һағыштарҙы
Нисек баҫайым, миләштәр?!
Миләштәрем, миләштәрем,
Һеҙ минең серҙәштәрем.
Йөрәктәге һағыштарҙан
Түгелә күҙ йәштәрем.
Миләштәрем тибрәләләр
Иртән иҫкән елдәрҙә.
Һағыштарым бөтәр, бәғерем,
Ҡайтһаң тыуған ерләргә.
Миләштәрем, миләштәрем,
Һеҙ минең серҙәштәрем.
Йөрәктәге һағыштарҙан
Түгелә күҙ йәштәрем.