Кара юрға - Арғымаҡ


Һай, йомро матур тояғыңды,
Дағаларбыҙ, юрғам.
Ҡырас матур ялдарыңды,
Уҡаларбыҙ, юрғам.
Өҫтөңдәге hылыуыңды
Төшөрсәле, юрғам!
Һайт, Ҡара юрғам,
Тайт, ҡара юрғам!

Башыңдағы йүгәнеңде,
Көмөшләрбеҙ, юрғам.
Ҡара ҡырпыу үңлегеңде,
Нағышларбыҙ, юрғам.
Өҫтөңдәге һылыуыңды
Төшөрсәле, юрғам!
Һайт, Ҡара юрғам!
Тайт, Ҡара юрғам!

Йомро матур тояғыңды,
Дағаларбыҙ, юрғам.
Ҡырас матур ялдарыңды,
Уҡаларбыҙ, юрғам.
Өҫтөңдәге hылыуыңды
Төшөрсәле, юрғам!
Һайт, Ҡара юрғам,
Тайт, ҡара юрғам!

Тональность


Google Analytics