Аҡ миҙгелдәр - Низаметдинов Салауат


Муйыл күпереп сәскә атһынмы?
Ерҙе ҡаплап тәүге ҡар ятһынмы?
Хыял илтә бала саҡтарыма
Йәшлегемә тыуған яҡтарыма

Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр
Килһендәр, килһендәр
Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр
Килһендәр, килһендәр

Ҡырпаҡ ҡарҙа яңы эҙ ҡалдырып,
Көндәр буйы аяҡты талдырып
Барлыҡ хәсрәтләҙе онотһамдай
Ҡанатланам яңы йыр отҡанда

Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр
Килһендәр, килһендәр
Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр
Килһендәр, килһендәр

Тәүге ҡар шау сәскә ап аҡ миҙгел,
Яралы күңелде дауалай гөл
Аҡтан аҡ паҡ тан паҡ хыял төҫе
Аҡ миҙгелһеҙ йәшәй алмам төҫле

Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр
Килһендәр, килһендәр
Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр
Килһендәр, килһендәр

Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр
Килһендәр,
Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр
Килһендәр

Тональность


Google Analytics