Толпар атым - Фазлаев Ислам


Атай ат тотоп бирҙе
Көмөш йүгән кейҙерҙе
Улым хаҙр уҫканһең тип
Ат башына мендерҙе

Эх минең толпар атым
Эх минең Аҡбуҙатым
Йондоҙҙарға осар инем
Булһа ҡанатым

Топ-топ килә атҡайым
Уйнаҡлай тояҡайын
Күңелемдәге шат нурҙар
Әйләндерә башҡайым

Эх минең толпар атым
Эх минең Аҡбуҙатым
Йондоҙҙарға осар инем
Булһа ҡанатым

Бына инде ней әйтәһең
Төшөп ҡалған кәпәскә
Атай шаяртып ҡаршылай
Әйҙә киттек кәләшкә.

Тональность


Google Analytics