Уҡытыусыма - Хәмзин Ғәли


Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа
Тәү аяҡ баҫҡан көнөм
Тәү башлап мәктәп ишеген
Үрелеп асҡан көнөм.

Һин уҡытыусым шундай наҙлап
Ҡараның күҙҙәремә
Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың
Бәләкәс йөрәгемә.

Һин һөйләнең бәхетемдең
Аҡлығы тураһында
Тыуған илдәге халыҡтың
Шатлығы тураһында

Һин уҡытыусым шундай наҙлап
Ҡараның күҙҙәремә
Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың
Бәләкәс йөрәгемә.

Һин яратырға өйрәттең
Һәр бер биҙәген ерҙең
Йондоҙло зәңгәр күктәрҙең
Серҙәрен асып бирҙең.

Һин уҡытыусым шундай наҙлап
Ҡараның күҙҙәремә
Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың
Бәләкәс йөрәгемә.

Тональность


Google Analytics