Кубәләк гөлдәргә ҡунһа
Гөлдәр тибрәнә микән?
Ул да мине һағынғанда,
Кубәләгем, туңәрәгем,
Аҫыл ҡошом, һандуғасым,
Йырлап йебәрә микән?
Тау аҫтында, тал аҫтында
Һалҡын чишмә туңәрәк;
Осып барып ҡунар инем,
Кубәләгем, түңәрәгем,
Аҫыл ҡошом, һандуғасым,
Әгәр булһам кубәләк.