Батырҙар йыры - Ант


Эйәрле ат беҙ меңгәнбеҙ,
Һау булығыҙ йәм һөйгәндәр,
Ил саҡыра изге яуға
Ҡылыс билдәрҙә.

Бәлки түгел яу ҡырҙары,
Мөмкин булмаҫ ҡайтыуҙары,
Бөтәбеҙ ҙә бәлки кире,
Тыуған илдәргә.

Алдыҡ яра, йә үлдек беҙ,
Үлем бар тип белмәнек беҙ,
Үттек илдәр, үттек юлдар,
Изге яуҙарҙа.

Булманы башҡорт ҡайҙарҙа,
Ат эсерҙек яҙғы айҙа,
Висла, Одер, Дунай тигэн,
Алыҫ ерҙәрҙә.

Һаумы тыуып уҫкән ерҙәр,
Бар икәндә күрер көндәр,
Шатлыҡтары ҡанат йәйә,
Беҙҙең ерҙәрҙә.

Һағындырған тыуған яҡтар,
Топ-топ килә баҫып аттар,
Дан бөркөлә, саң бөркөлә,
Беҙҙең илдәрҙә.

Тональность


Google Analytics