Тала тала - Абдуллин Илдар


Һандуғастар эйәләшкән
һыу эсәргә миләштән.
Ҡайғыларым бөтәр ине
Һине күреп һөйләшһәм.

Эх, тала, тала, тала,
Тала ике беләгем.
Ниңә тала, ниңә яна
Икән минең йөрәгем?

Ағиҙелгә баҫма һалдым
Ҡайынын һайлап ҡына.
Яндарыңа барыр инем
Ҡош булып һайрап ҡына.

Эх, тала, тала, тала,
Тала ике беләгем.
Ниңә тала, ниңә яна
Икән минем йөрәгем?

Ағиҙелкәйҙе кискәндә
Йырлайым ишкәк ишкәндә.
Өзөлә үзәк, яна йөрәк
Йәнем иҫкә төшкәндә.

Эх, тала, тала, тала,
Тала ике беләгем.
Ниңә тала, ниңә яна
Икән минем йөрәгем?

Ағиҙел һыуы тирбәлә
Уртаһында һал булһа.
Һыуға һалһаң, ҡалҡып сығар,
Беҙгә насип яр булһа.

Эх, тала, тала, тала,
Тала ике беләгем.
Ниңә тала, ниңә яна
Икән минем йөрәгем?

Тональность


Google Analytics