Апайыма аҡ сәскәләр - Бикбулатова Гөлсөм


Туғайҙағы сәскәләрҙең
Ап-Аҡтарын мин һайлайым
Сөнки улар күңелеңдең
Сағылышы бит, апайым.
 
Ҡушымта:
Аҡ сәскәләр, аҡ сәскәләр,
Төҫтәренә сафоыҡ йыйған
Һинең оло йөрәгеңә
Минең дә хистәрем дә һыйған.
 
 
 
Аҡ сәскәнең таждарында
Ысыҡ тамсылары уйнай.
Йәш сылатҡан бит алмаңдан
Бер үбәйем әле, апай.
 
 
 
 
Ҡушымта: шул уҡ
 
Аҡ сәскәләр бүләк итәм,
Булһын аҡтан яҙмышҡайың.
Ғүмереңдең һәр мәлендә.
Бәхетле бул, апаҡайым!
 
 
 
 
Ҡушымта: шул уҡ

Тональность


Google Analytics