1. Яратам иркәм йылмайһан - гел йылмай миңә
Һүрелмәҫ мөхәббәт сере бар күҙҙәрендә
Асам уны бик һаҡ ҡына,
Һәр көн бер яңы йыр тыуһын минең йөрәгемдә
Яратам иркәм - бар донъяға,
Һөйөү тураһында йырлап ишеттергем килә.
Яратһан әгәр һин дә,
был йылмайыуыңды һаҡла минең өсөн генә.
Ҡушымта:
Һин һәм мин - яҙҙың шаян ике тамсыһы
Һин һәм мин - һыуҙа ике ҡояш ярсығы
Һин һәм мин, мин һәм һин - мөхәббәтең ике йырсығы
Һин һәм мин - бер йөрәктен ике яртыһы.