Шайморатов генерал - Арғымаҡ


Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал;
Ат уйнатып, алда бара
Шайморатов генерал.
 
Шайморатов яу ҡырында
Дошмандарҙы көл иткән;
Утта янмай, һыуҙа батмай,
Һай, батыр ҙа ир икән.
 
Башҡорт халҡы Тыуған илдән
Ҡыуҙы яуыз дошманды;
Бер туғандай, үтәнеләр
Изге Ватан ҡушҡанды.
 
Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай
Һинең улдарың, Урал;
Шулар менән дошман ҡырҙы
Шайморатов генерал.

Тональность


Google Analytics