Любезники любизар - Арғымаҡ


Беҙ һуғышҡа ингәндә,
Бәхилләштек барыбыҙ.
Беҙ һуғыштан сыҡҡанда,
Алдан сыҡты даныбыҙ.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис!
 
Француздар килеп ингән
Мәскәү тигән ҡалаға.
Беҙҙең ғәскәр ҡыҫып алғас,
Сығып ҡасты далаға.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис!
Наполеонға тәхет кәрәк,
Үҙ еренә һыймаған.
Мәскәүҙәргә килеп ингәс,
Ул да үҙен һынаған.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис!
 
Француздар танынылар
Әрәсәйҙә үҙҙәрен.
Урыҫ, башҡорт ҡыҫмаҡлағас,
Таба алмай эҙҙәрен.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис!
 
Мәскәүгә лә керҙек беҙ,
Парижды лә күрҙек беҙ.
Француздарҙы еңгәндә,
Ер емертеп йөрөнөк беҙ.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис!

Тональность


Google Analytics