Хау бул, мәктәбем - Солтанғолов Фәнис


Һау бул, мәктәбем, күңелле саҡтар,
Ғүмерлек белем бирҙеләр уҡытыусылар.
"Ҡайҙа уҡырға керергә?" тигән бер һорау,
Мәңге онотмаҫлыҡ - һуңғы ҡыңғырау.
 
Имтихандар үтте лә китте,
Ә беҙ ҙурайҙыҡ, үҙгәрҙек.
Хушлашырға ваҡыт етте.
Һау бул, мәктәп.
Донъяла бөгөнгө көндә
Йәйҙең байрамдары үтә.
Уҡытыусыларға беҙҙән
Ҙур-ҙур рәхмәт.
 
ҡушымта:
Һау бул, мәктәбем, күңелле саҡтар,
Ғүмерлек белем бирҙеләр уҡытыусылар.
"Ҡайҙа уҡырға керергә?" тигән бер һорау,
Мәңге онотмаҫлыҡ - һуңғы ҡыңғырау.
 
Ә күпме йылдар инде беҙ
Ошо мәктәптә уҡыйбыҙ.
Һуңғы тапҡыр китаптарҙы
Тапшырабыҙ.
Бөгөнгө йондоҙло төндә
Йәштәр таңды ҡаршылайҙар.
Тәүге саҡ мөхәббәтемә
Әйтер һүҙем бар.
 
ҡушымта: (3x)
Һау бул, мәктәбем, күңелле саҡтар,
Ғүмерлек белем бирҙеләр уҡытыусылар.
"Ҡайҙа уҡырға керергә?" тигән бер һорау,
Мәңге онотмаҫлыҡ - һуңғы ҡыңғырау.

Тональность


Google Analytics