Һин минең мөхәббәтем - Солтанғолов Фәнис


I. Һиңә әйткән һүҙҙәремде,
Кисә күргән төштәремде,
Шул тиклем яратҡанымды
Тағын иҫләйем.
Айлы төндәре йөрөргә,
Ҡосаҡлашып һөйләшергә,
Ирендәреңдән үбергә
Бик ныҡ теләйем!
 
 
ҡушымта: (2x)
Һин минең мөхәббәтем,
Минең туған йәрем.
Һин минең мөхәббәтем.
Был йыр һинең өсөн.
 
 
II. Нишләптер һин мине эттең,
Шулай булырын да белдем.
Ләкин һине генә күрҙем,
Һуҡыр булғанмын.
Яратмағанһыңдыр мине,
Яҙмышыбыҙ шулай тине.
Табылмаған һөйөүемде
Һаман тапманым.
 
 
ҡушымта: (4x)
Һин минең мөхәббәтем,
Минең туған йәрем.
Һин минең мөхәббәтем.
Был йыр һинең өсөн.

Тональность


Google Analytics