Парлы тормош - Бәхтиева Зилиә


I. Йөрәктәр, йәндәр ҡушылды,
Бәйләнде сәстәр сәскә.
Парлы тормош үҙе бит ул
Гөл баҡсалағы сәскә.
 
 
ҡушымта: (2x)
Уртаҡ уйҙар, уртаҡ хистәр,
Йәшәйбеҙ инек күптән.
Әллә Хоҙай икебеҙгә
Бер йәнде бүлде микән?
 
 
II. Һин булмаһаң мин дә булмам,
Уртаҡтыр беҙҙең йәндәр.
Осрашырға, ҡауышырға
Йәндәр бит тартылғандар.
 
 
ҡушымта:
Уртаҡ уйҙар, уртаҡ хистәр,
Йәшәйбеҙ инек күптән.
Әллә Хоҙай икебеҙгә
Бер йәнде бүлде микән?
 
 
III. Тормош юлдарын үтәйек
Ҡулдарҙы алып ҡулға.
Етәкләһен беҙҙе бәхет
Кәртәләр ҡуймай юлға.
 
 
ҡушымта: (3x)
Уртаҡ уйҙар, уртаҡ хистәр,
Йәшәйбеҙ инек күптән.
Әллә Хоҙай икебеҙгә
Бер йәнде бүлде микән?
 
Әллә Хоҙай икебеҙгә
Бер йәнде бүлде микән? (2x)

Тональность


Google Analytics