Туғанлыҡ даны - Бәхтиева Зилиә


Кил һин әйҙә беҙҙең янға
Йыр йырлайыҡ бергәләп.
Йырлап йәшәү үҙе мең рәхәт.
 
Йырлап-бейеп йәшәүҙәре
Шундай рәхәт, шундай шәп.
Дуҫ булып йәшәгәндә
Ер булыр ожмах-йәннәт.
 
Туғанлыҡ даны бейеккә күтәрер.
Йәшәйек беҙ бергәләшеп.
Таралһын әйҙә халыҡтар дуҫлығы.
Аҡыллыҡ, матурлыҡ өләшер.
 
Килегеҙ һеҙ беҙҙең янға
Табындар бит түңәрәк.
Һеҙҙең өсөн асыҡ йән-йөрәк.
Дуҫ-туғандар менән бергә
Татыу йәшәү бик кәрәк.
Дуҫ һәм туған ғүмерҙәрҙә
Ҙур таяныс, тур терәк.
 
Туғанлыҡ даны бейеккә күтәрер.
Йәшәйек беҙ бергәләшеп.
Таралһын әйҙә халыҡтар дуҫлығы.
Аҡыллыҡ, матурлыҡ өләшер.
 
Толом, толом сәстәреңдә
Уйнай йәйғор нурҙары.
Зифа буйлы ҡара ҡашлы
Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары.
Дәртләндерә, сәмләндерә,
Һоҡландырмай кемдәрҙе лә.
Йырлата ла, бейетә лә,
Күтәрә күңелдәрҙе.
 
Туғанлыҡ даны бейеккә күтәрер.
Йәшәйек беҙ бергәләшеп.
Таралһын әйҙә халыҡтар дуҫлығы.
Аҡыллыҡ, матурлыҡ өләшер.
 
Толом, толом сәстәреңдә
Уйнай йәйғор нурҙары.
Зифа буйлы ҡара ҡашлы
Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары.
Дәртләндерә, сәмләндерә,
Һоҡландырмай кемдәрҙе лә.
Йырлата ла, бейетә лә,
Күтәрә күңелдәрҙе.

Тональность


Google Analytics