Иҫеңдәме - Зәрипов Рәдиф


Иҫеңдәме йәйге айлы кистә
Яратам тип һиңә өндәштем?
Шул һүҙеңде ишеткәс тә гүйә
Һандуғастар беҙҙән көнләште.
 
Иҫеңдәме һиңә сәскәләрҙән
Гөлләмәләр бүләк иткәнде?
Сәскәләрҙәй матур, бәхетле бул,
Әй, ҡәҙерлем, тиеп әйткәнде.
 
Иҫеңдәме беҙ серләшкән төндә
Күктә нисә йондоҙ юғалды?
Һәр атылған йондоҙҙоң һанынса
Бергә булайыҡ тип юраныҡ.
 
Иҫеңдәме һиңә сәскәләрҙән
Гөлләмәләр бүләк иткәнде?
Сәскәләрҙәй матур, бәхетле бул,
Әй, ҡәҙерлем, тиеп әйткәнде.
 
Иҫеңдәме йәйге айлы кистә
Яратам тип һиңә өндәштем.
Шул һүҙеңде ишеткәс тә гүйә
Һандуғастар беҙҙән көнләште.
 
Иҫеңдәме һиңә сәскәләрҙән
Гөлләмәләр бүләк иткәнде?
Сәскәләрҙәй матур, бәхетле бул,
Әй, ҡәҙерлем, тиеп әйткәнде.

 

Тональность


Google Analytics