Ябалаҡтай ергә аҡ ҡар яуа,
Ҡарап торам уға һоҡланып.
Уйланамын һинең хаҡта йәнем,
Йәштәр тама күҙҙән тып та тып.
Керпегемә ҡунып ҡар бөртөгө,
Эреп бөтә, күҙҙән юғала.
Иҫкә төшә беҙҙең айлы кистәр,
Хәтеремдә һаман яңыра.
Һағышыуҙы моң-ғасырға һалып,
Наҙлы күҙҙәреңде һағынам.
Арабыҙҙың йыраҡлығын тойоп,
Күңелем менән һиңә тартылам.
Керпегемә ҡунып ҡар бөртөгө,
Эреп бөтә, күҙҙән юғала.
Иҫкә төшә беҙҙең айлы кистәр,
Хәтеремдә һаман яңыра.