Бейергә саҡырам - Караван-сарай


Бейеүеңде бик оҡшаттым
Әллә үҙеңде микән?
Быға тиклем һине күрмәй
Нисек түҙелде икән?
 
Бейе, бейе, бейе, бейе.
Килешле бейеүҙәрең
Ысын микән, бушмы икән
Һағындым тейеүҙәрең.
 
Һине бейергә саҡырамын
Кил әле яҡыныраҡ.
Йөрәгемде тотоп ҡара
Яна ул ялҡын һымаҡ.
 
Бейе, бейе, бейе, бейе.
Килешле бейеүҙәрең
Ысын микән, бушмы икән
Һағындым тейеүҙәрең.
 
Кем өйрәтте һине шулай
Матур итеп баҫырға?
Беҙҙең яҡҡа йышыраҡ кил
Бейеп күңел асырға.
 
Бейе, бейе, бейе, бейе.
Килешле бейеүҙәрең
Ысын микән, бушмы икән
Һағындым тейеүҙәрең.

 

Тональность


Google Analytics