Кояшым, көнбағышым - Уметбаев Раиль


I. Алтын сәскә, нурлы сәскә,
Мөхәббәт гөлө.
Көнбағыштар араһында
Тәү күрҙем һине.
 
 
ҡушымта: (2x)
Ҡояшым, көнбағышым,
Һылыуым, күҙ нурым.
Һинең менән үтер инем
Ғүмеремдең юлын.
 
 
II.Көнбағыштар араһынан
Миңә үрелдең,
Мөхәббәтем гөлө булып,
Миңә күрендең.
 
 
ҡушымта: (2x)
Ҡояшым, көнбағышым,
Һылыуым, күҙ нурым
Һинең менән үтер инем
Ғүмеремдең юлын.
 
 
III.Көнбағыштар йылмаялар
Ҡояш нурында,
Ярай әле hин осраның
Минең юлымда.
 
 
ҡушымта: (2x)
Ҡояшым, көнбағышым,
Һылыуым, күҙ нурым
Һинең менән үтер инем
Ғүмеремдең юлын.

Тональность


Google Analytics