Һинең ҡараштарың - Уметбаев Раиль


Тормошома индең
Йәйғор булып.
Наҙға-нурға төрҙөң
Көн-төнөмдө.
Йөрәгемдә йәшәй
Һөйөү сатҡылары.
Тәүге күрешеүҙән.
Тәүге күрешеүҙән.
 
Һинең ҡараштарың
Төндөң балҡышында.
Наҙлы һөйөүҙәрең
Минең һулышымда
Һинең ҡараштарың
Төндөң балҡышында.
Йөрәк тибешемдә.
Йөрәк тибешемдә.
 
Һаҡлап бәхетеңде
Һин йәшәйһең.
Һинең устарыңда
Минең йәнем.
Бир ҡулыңды.
Ҡара күҙҙәремә.
Һөйөү яҙыбыҙҙың
Мәңге йәшәр мәле.
 
Һинең ҡараштарың
Төндөң балҡышында.
Наҙлы һөйөүҙәрең
Минең һулышымда
Һинең ҡараштарың
Төндөң балҡышында.
Йөрәк тибешемдә.
Йөрәк тибешемдә.

Тональность


Google Analytics