Йәшәргә лә әле, йәшәргә - Азаматова Бибисара


I. Ғүмерҙәрҙе айҙар, йылдар һанай,
Һанай уны сәғәт, минуттар.
Ғүмерҙән дә оҙон ниҙәр бар һуң,
Ғүмерҙән дә ҡыҫҡа ниҙәр бар?
 
 
ҡушымта: 2x
Ғүмер берәү, икәү түгел, ғүмер,
Йәшендәрҙәй кәрәк йәшәргә.
Шул ғүмерҙең ҡәҙерҙәрен белеп,
Йәшәргә лә әле, йәшәргә.
 
 
II. Ай, белмәйбеҙ уның ҡәҙерҙәрен,
Йүгереп кенә үтеп китә ул.
Йөҙөбөҙгә йыйырсыҡтар һала,
Сәсебеҙгә салдар керетә ул.
 
ҡушымта: 2x
Ғүмер берәү, икәү түгел, ғүмер,
Йәшендәрҙәй кәрәк йәшәргә.
Шул ғүмерҙең ҡәҙерҙәрен белеп,
Йәшәргә лә әле, йәшәргә.
 
 
III. Көйҙәрҙең дә моңо бөтөп бара,
Төҫтәрҙең дә төҫө юғала.
Ниҙәр булды икән был ғүмергә,
Ниҙәр булды икән донъяға?
 
 
ҡушымта: 2x
Ғүмер берәү, икәү түгел, ғүмер,
Йәшендәрҙәй кәрәк йәшәргә.
Шул ғүмерҙең ҡәҙерҙәрен белеп,
Йәшәргә лә әле, йәшәргә.
 
Шул ғүмерҙең ҡәҙерҙәрен белеп,
Йәшәргә лә әле, йәшәргә.

 

Тональность


Google Analytics