I. Тирә-яҡҡа нурҙар һибеп моңдар ағыла, ағыла.
Күңелдәргә назар булып килеп бағыла, бағыла.
Дәртләндерә йөрәктәрҙә, беҙгә йәшәр көс бирә,
Бар-юҡ булған күңелдәрҙе ул күтәреп ебәрә, хэй.
Дәртләндерә йөрәктәрҙә, беҙгә йәшәр көс бирә,
Бар-юҡ булған күңелдәрҙе ул күтәреп ебәрә, хэй.
ҡушымта / chorus :
Ҡурай моңо серле лә, сихри-дәртле лә,
Йырлата ла бейетә, йөрәктәрҙе елкетә.
Ай-һай, ҡурай серле лә, сихри-дәртле лә,
Йырлата ла бейетә, йөрәктәрҙе елкетә.
II. Ишетһендәр бөтәһе лә, донъя яңратам, яңратам.
Бөтә моңдан мин ҡурай моңон өҙөлөп яратам, яратам.
Сөнки ҡурай тыуған яҡта тыуып үҫкән, көс алған,
Уның даны йыраҡтарҙа мөғжиҙә тип таралған, хэй.
Сөнки ҡурай тыуған яҡта тыуып үҫкән, көс алған,
Уның даны йыраҡтарҙа мөғжиҙә тип таралған, хэй.
ҡушымта / chorus : 3x
Ҡурай моңо серле лә, сихри-дәртле лә,
Йырлата ла бейетә, йөрәктәрҙе елкетә.
Ай-һай, ҡурай серле лә, сихри-дәртле лә,
Йырлата ла бейетә, йөрәктәрҙе елкетә.
Йырлата ла бейетә, йөрәктәрҙе елкетә.
Хэй!