I. Тағын илайһың ҡырып кәйефте,
Беләм, үҙем ғәйепле.
Ҡысҡырам һиңә барлыҡ асыуға
Яныңда егеттәр булһа.
Беләм, һиңә ҡаты ҡағылам,
Янымдан китһәң, һағынам.
Тик көнләшеүҙе тыя алмайым.
Һиңә ҡыйын, аңлайым.
ҡушымта:
Һин һәм мин был донъяла,
Йәшәйбеҙ тик бер генә.
Ҡулымды ысҡындырма,
Йөрәгемдә тик һин генә...
II. Иғтибарыңды йүнәлт һин тик миңә,
Йөрәгеңдә мин генә.
Һинең өсөн мин булам бар донъя,
Әгәр булһаң янымда.
Ғәфү ит, башҡа әйтмәм ауыр һүҙ,
Көнләшһәм, зинһар, түҙ.
Бар һөйөүеңде бүлһәң тик миңә,
Минең уйҙар тик һиндә.
ҡушымта: (2x)
Һин һәм мин был донъяла,
Йәшәйбеҙ тик бер генә.
Ҡулымды ысҡындырма,
Йөрәгемдә тик һин генә...