Йөрәгемдә һайрай һандуғас - Сиражетдинова Нәркәс


I. Ҡупшыуланып гөрләп сәскә ата
Һин ултыртҡан һомғол алмағас.
Алмағасты ҡосаҡларҙай булып,
Йөрәгемдә һайрай һандуғас.
 
 
ҡушымта: (2x)
Айырылышыу һағыштарын йотоп,
Һине һуштан яҙып һағынғас,
"Уфтанма"- тип, наҙлап йыуатҡандай,
Йөрәгемдә һайрай һандуғас.
 
 
II. Хозурланып таңғы офоғтарҙа,
Һин яратҡан йондоҙ ҡабынғас,
Йондоҙ нурҙарына талпынғандай
Йөрәгемдә һайрай һандуғас.
 
 
ҡушымта: (4x)
Айырылышыу һағыштарын йотоп,
Һине һуштан яҙып һағынғас,
"Уфтанма" - тип, наҙлап йыуатҡандай,
Йөрәгемдә һайрай һандуғас.

Тональность


Google Analytics