Бөрлөгән - Муллакаев Роберт


I. Өй артында сәскә ата
Һин ултыртҡан бөрлөгән. | 2x
Ул да һағынып көтә һымаҡ,
Ник ҡайтмайһың, бер генәм? | 2x
 
ҡушымта (chorus):
Бөрлөгәнем, бөрлөгән,
Һағындырҙың, бер генәм. | 2x
 
 
II. Бөгөн төндә төштәремдә
Һине күрҙем, гөл генәм. | 2x
Мин тал, имеш, ә һин, йәнем,
Гүйә ҡара бөрлөгән. | 2x
 
ҡушымта (chorus):
Бөрлөгәнем, бөрлөгән,
Ник ҡайтмайһың, бер генәм? | 2x
 
 
III. Һинең ҡара күҙҙәреңде
Бик һағындым, гөл генәм. | 2x
"Көтәм" тигән һүҙҙәреңде
Ҡабатлайым йыр менән. | 2x
 
 
ҡушымта (chorus):
Бөрлөгәнем, бөрлөгән,
Тиҙерәк ҡайт, бер генәм. | 2x
 
Өй артында сәскә ата
Һин ултыртҡан бөрлөгән. | 2x
Ул да һағынып көтә һымаҡ,
Ник ҡайтмайһың, бер генәм? | 2x
 
 
ҡушымта (chorus):
Бөрлөгәнем, бөрлөгән,
Һағындырҙың, бер генәм. | 4x

 

Тональность


Google Analytics