I. Хәйерле көн һеҙгә теләйем,
Куңелле нурымды бирәйем.
Биргәнде алығыҙ, шатланығыҙ
Та-та-та-таратығыҙ.
Хәйерле булһын беҙҙең уйҙар,
Бәхетле йәшәһен күршеләр.
Сәскә булып атһын һәр бер бала
До-до-до-донъяла.
ҡушымта:
Ер шары әйләнһен,
Туҡтамаһын йәйе.
Ер йөҙөнән китһен
Сир-бәлә.
Әйҙәгеҙ, халҡым, бергә йыйылайыҡ,
Аҡылыбыҙҙы бер итеп туплайыҡ.
Табайыҡ ауырыузарға ҡаршы дарыу,
Беҙгә кәрәк бер ни бары ышаныу.
II. Матурлыҡ өсөн биләйем,
Илемде, йортомдо биҙәйем.
Таҙалыҡҡа һеҙҙе юрайым,
Дә-дә-дә-дәртләйем!
Һеҙҙеке, беҙҙеке лә бар,
Гүзәллек кемдә булһа ла ағыр,
Әгәр бер-береңә буләк итһәң
Мөхәбәтте!
ҡушымта:
Ер шары әйләнһен,
Туҡтамаһын йәйе.
Ер йөҙөнән китһен
Сир-бәлә.
Әйҙәгеҙ йырлайыҡ бергә, халҡым,
Аҡылыбыҙҙы бер итеп туплайык.
Табайыҡ ауырыузарға ҡаршы дарыу,
Беҙгә кәрәк бер ни бары ышаныу.
Эй, изге кеше!
Ал нурыңды, шатлыҡ өсөн.
Эй, ул бәхетле,
Бир кешегә шул күңелде.
Эй, изге кеше!
Ал нурыңды, шатлыҡ өсөн.
Эй, бир кешегә...
Әйҙәгеҙ йырлайыҡ бергә, халҡым,
Аҡылыбыҙҙы бер итеп туплайык.
Табайыҡ ауырыузарға ҡаршы дарыу,
Беҙгә кәрәк бер ни бары ышаныу.
Халҡым йыйылайыҡ!
Аҡыл туплайыҡ!
Табайыҡ дарыу!
Кәрәк ышаныу!