Тормош - Дәрүиш Хан


I. Бала тыуғас күҙе уның күрмәй, күрмәй,
Ул балаға бик аңлатып булмай, булмай.
Күрерһең һин, үҫкәс күрерһең һин
Был донъяның аламаһын-яҡшыһын.
 
 
ҡушымта:
Ас күҙеңде, кешем,
Ҡушам һиңә исем.
Оялмаһаң оялма,
Туры юлдан юҡҡа сыҡма, китмә.
 
II. Бына, балам, үҫтең, күрҙең, тәмен белдең,
Үҙ юлыңды һайлап алдың, алдың.
Онотма һин, кешем, онотма һин,
Аллаға һәм халҡыңа хеҙмәт ит һин.
 
 
ҡушымта:
Ас күҙеңде, кешем,
Ҡушам һиңә исем.
Оялмаһаң оялма,
Туры юлдан юҡҡа...
 
 
Ас күҙеңде, кешем,
Ҡушам һиңә исем.
Оялмаһаң оялма,
Туры юлдан юҡҡа сыҡма, китмә.

Тональность


Google Analytics