I. Тау битендә бәләкәй ауыл,
Ауыл эсендә илле йорт.
Бер йортта йәшәй медсестра,
Һылыу, матур Зөлфиә.
ҡушымта:
Эх, Зөлфиә, ҡарале минә,
Бына мин торам – көтөүсе Мәннән.
Эх, Зөлфиә, кейәүгә миңә
Сыҡ әйҙә тиҙерәк – тыуыр игеҙәк!
II. Мин һорағас ҡулын-йөрәген,
Зөлфиә яуап бирҙе:
- Һинен кеүек пастухтар,
Биш йыл инде һораны!
ҡушымта:
Эх, Зөлфиә, ҡарале минә,
Бына мин торам – көтөүсе Мәннән.
Эх, Зөлфиә, кейәүгә миңә
Сыҡ әйҙә тиҙерәк – тыуыр игеҙәк!
III. Йөрәгем минең һыуынды,
Зөлфиәгә тәм үлде.
Ҡартайҙы яңғыҙ Зөлфиә,
Һайланып яңғыҙ ҡалды.
ҡушымта:
Эх, Зөлфиә, ҡарале минә,
Бына мин торам – көтөүсе Мәннән.
Эх, Зөлфиә, кейәүгә миңә
Сыҡ әйҙә тиҙерәк – тыуыр игеҙәк!
IV. Һайланмағыҙ, һылыуҡайҙар,
Егеттәр йөрәген өҙмәгеҙ.
Зөлфиә тормошон күрергеҙ,
Һайланып яңғыҙ ҡалмағыҙ!
ҡушымта: (2x)
Эх, Зөлфиә, ҡарале минә,
Бына мин торам – көтөүсе Мәннән.
Эх, Зөлфиә, кейәүгә миңә
Сыҡ әйҙә тиҙерәк – тыуыр игеҙәк!